Кисә үткәрелгән уйын һөҙөмтәләре буйынса Асҡарҙан Фәниә Мусина сынаяҡтар отто, Әбдрәштән М. Хөсәйеноваға салат һауыттары эләкте. Еңеүселәрҙе паспорт, ИНН, СНИЛС күсермәләрен тотоп, бүләктәрен редакциянан килеп алыуҙарын һорайбыҙ.
Уйын артабан да дауам итә. Шулай уҡ «Бәхетле авто» уйыны еңеүселәрен көтә. Был уйында ҡатнашыу өсөн 2018 йылдың икенсе ярты йыллығына «Осҡон»ға яҙылыу тураһындағы квитанция күсермәһен редакцияға алып килеп, беҙҙән машина тәҙрәһенә йәбештереү өсөн наклейка алырға кәрәк.
Гәзит-журналдарға, шул иҫәптән «Осҡон» һәм «Абзелил» гәзиттәренә яҙылыу ваҡыты тамамланыуға яҡынлаша. Киләһе ярты йылда ла «Осҡон»да баҫыласаҡ уҡымлы мәҡәләләр, ҡыҙыҡлы геройҙар, көнүҙәк яңылыҡтар хаҡында хәбәрҙар булырға теләһәгеҙ, почта бүлексәләренә барып, почтальондарға мөрәжәғәт итеп, гәзиткә яҙылығыҙ. Һәм квитанция күсермәһен редакция адресына ебәрегеҙ, бәлки, нәҡ һеҙ киләһе уйында еңеүсе булырһығыҙ!