Новости
26 Июня 2018, 07:08

Браконьер балыҡсылар тотолдо

Яҙып үтеүебеҙсә, 166-сы Федераль законға ярашлы, билдәле осорҙа һыу ятҡылыҡтарында ау һалыу, күмәртәләп балыҡ тотоу тыйыла. Ә беҙҙең райондағы Мауыҙҙы һәм Үләнде күлдәрендә бөтөнләй балыҡ тоторға ярамай. Тыйыуҙарға ҡарамаҫтан, законды боҙоусы браконьерҙар, еңел табыш артынан ҡыуыусылар табылып тора. Эске эштәр бүлегенең патруль-пост хеҙмәте взводы командиры Ғәзиз Батталов әйтеүенсә, шундай осраҡтарҙы асыҡлау өсөн улар тарафынан даими рәүештә һыу ятҡылыҡтарында рейдтар уҙғарыла. Быйыл «Экология» операцияһы сиктәрендә, мәҫәлән, законһыҙ рәүештә күмәртәләп балыҡ тотоуҙың өс осрағы асыҡланған. Браконьерҙарҙың дүртәүһе — Әбйәлилдән, берәүһе — Белореттан, тағы икәүһе Силәбе өлкәһенән булып сыҡҡан. Тыйылған урындарҙа ау һалып, ыуылдырыҡ сәсеү осоронда карп, ажау, алабуға кеүек балыҡтарҙы тотҡан кешеләргә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған, шулай уҡ материалдар Росрыболовство идаралығына ебәрелгән. Патруль-пост хеҙмәте полицейскийҙары бындай хоҡуҡ боҙоуҙарҙы асыҡлау өҫтөндә йәй дауамында эшләйәсәк.


Читайте нас