Йыл һайын район конкурсында призлы урындар яулаған «Красная Башкирия» АХК-һының Озерный фермаһында репродуктолог булып эшләгән Венера Фәрит ҡыҙы Кощеева республиканың малдарҙы яһалма ҡасырыу операторҙары бәйгеһендә лә һынатманы. Өс этаптан торған конкурста иллегә яҡын кеше ҡатнашты. Шулар араһында мөмкин булған 100 балдан 97-ене йыйып, яҡташыбыҙ өсөнсө урынды алды.