«Үҙеңде тап» йәштәр-үҫмерҙәр клубы директоры Гөлкәй Салауат ҡыҙы Ишбулатова «Башҡортостан Республи-каһы дәүләт йәштәр сәйәсәтенең почетлы хеҙмәткәре» күкрәк билдәһе менән бүләкләнде. Муниципаль район хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса комитеты рәйесе Шайморат Азат улы Нәбиуллин, Урал аръяғы агросәнәғәт колледжының Әбйәлил филиалы етәксеһе Салауат Таһир улы Зәйнуллин республикала дәүләт йәштәр сәйәсәтен тормошҡа ашырыуға индергән өлөшө өсөн БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының Рәхмәт хатына лайыҡ булды.