Новости
3 Июля 2018, 07:03

Һыу ингәндә аң булығыҙ

Йәйге томра бөтә халыҡты һыу буйҙарына «ҡыуа». Һәр кем ғаиләһе, балалары менән күл-йылға буйында ял итергә, һыу инергә теләй. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бындай ял фажиғә менән тамамланыу осраҡтары һирәк түгел. Үткән аҙнала ғына республикала бер нисә кеше, шул иҫәптән 9 йәшлек бала батып үлде. Ҡотҡарыусылар балаларҙы йылға-күлдәргә яңғыҙ ебәрмәҫкә, уларҙың һыу ингәнен күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа, өлкәндәргә эҫелә оҙаҡ ятҡандан һуң йәки эскән килеш һыуға төшмәҫкә кәңәш итә. Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ, йәйге ялығыҙ имен үтһен.
Читайте нас