Районда эш сәфәре менән Суд приставтары федераль хеҙмәтенең Башҡортостан Респуб-ликаһы буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары — Башҡортостан Республикаһының баш приставы урынбаҫары Ю. А. Муллахмәтов булды. Юлай Айрат улы район халҡын шәхси һорауҙары буйынса ла ҡабул итте. Баш пристав урынбаҫарына бөтәһе һигеҙ кеше мөрәжәғәт итте һәм һорауҙар нигеҙҙә алимент түләү мәсьәләләренә ҡағылды.