Новости
10 Июля 2018, 06:59

Ауыл хужалығы көндәлеге

Ауыл эшсәндәренең буш ваҡыты булмай тиерлек, бер кампания тамамланыу менән икенсеһе башлана. Сәсеү эштәре бөтөүгә, баҫыу-ҙарҙы өҫтәмә туҡландырыу осоро етте. Был эштең ахырына етеүгә яҙғы һәм ужым сәсеүлектәрен ҡоротҡостарға, ауырыуҙарға ҡаршы эшкәртеү, химик утау, мал аҙығы әҙерләү мәле килде.

Тотош республикалағы кеүек беҙҙең район хужалыҡтары, фермерҙар мал аҙығы әҙерләүгә төштө. Бөгөн күп йыллыҡ үләндәр сабыла, уларҙан бесән әҙерләнә, сенаж һалына.

Был мөһим кампания айырыуса «Красная Башкирия», «Башаҡ» хужалыҡтарында дөргөн бара. «Аграрий», крәҫтиән-фермер хужалыҡтары ла был эште ҡыҙыулата төштө.
Читайте нас