Хәйбулла районында торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тармағында эшләүселәр араһында һөнәри оҫталыҡ буйынса төбәк конкурсы уҙҙы. Әбйәлил намыҫын «Абзелилспецкомобслуживание» хеҙмәтсәндәре яҡланы. «Иң оҫта электр монтажлаусы» номинацияһында Денис Плотников, «Иң яҡшы иретеп йәбештереүсе» номинацияһында Илсен Сөләймәнов — икенсе, «Иң яҡшы тракторсы-механик» номинацияһында Мансур Ялалов өсөнсө урын яуланы һәм почет грамоталары менән билдәләнде.