Новости
10 Июля 2018, 06:58

Террорҙы туҡтатыу өсөн

1 июлдән үҙ көсөнә ингән тағы бер закон интернет һәм мобиль бәйләнеш операторҙарына ҡағыла. И. Яровая тәҡдим иткән закон проектына ярашлы, кәрәҙле бәйләнеш операторҙары һәм социаль селтәрҙәр етәкселәре ҡулланыусыларҙың смс-хәбәрҙәрен, шул иҫәптән аудио, фото һәм видео материалдарын алты айға тиклем һаҡларға бурыслы. Уларҙы теләгән бер ваҡытта федераль именлек хеҙмәте белгестәре һоратыуы ихтимал. Был террорсыларҙың үҙ-ара бәйләнешен, яуыз уйлы пландарын иҫкәртеү өсөн эшләнә.
Читайте нас