Новости
13 Июля 2018, 07:47

«Ҡош юлы»на рәхим итегеҙ!

«Ҡош юлы» башҡорт бард музыкаһы фестивале быйыл йәнә Әбйәлилдә үтә. Йәштәр эштәре буйынса район комитеты хәбәр итеүенсә, гитара менән башҡорт йырҙарын башҡарыусылар бөгөн, 13 июлдә район һабантуйы үткән майҙанға, Айғырбатҡан ауылы янына йыйыласаҡ. Фестиваль өс көн дауам итеп, 15 июлдә тамамлана. Сара сиктәрендә төрлө спорт ярыштары, шиғриәт семинары, «түңәрәк өҫтәл»дәр ҡаралған.
Читайте нас