ЮХХДИ-ҙың пропаганда буйынса инспекторы А. Мусина хәбәр итеүенсә, үткән аҙнала районда йылҡы малы ҡатнашлығында ике авария теркәлде. Тәүге осраҡта, Киа-Спортейдж автомобиленә идара итеүсе водитель, Асҡарҙың Көнсығыш биҫтәһенән үҙәккә илткән юлда торған ҡолонсаҡҡа бәрелһә, икенсе юл-транспорт ваҡиғаһы Озерное — Күсем Руднигы трассаһында шәмбе кис булды. Шевроле Клан автомобиленә идара итеүсе Магнитогорск ҡалаһы кешеһе, Йәлембәт ауылы эргәһендә, тәүлектең ҡараңғы ваҡытында юлға ҡапыл килеп сыҡҡан ат өйөрөнә барып төкөлә. Авария һөҙөмтәһендә водитель — 26 йәшлек ҡатын ауыр тән йәрәхәттәре алып, ҡала дауаханаһына оҙатыла. Авариялар буйынса тикшереү бара.