Новости
17 Июля 2018, 06:01

Иң тәмле ҡымыҙҙы Әбйәлилдә бешәләр

БР Ауыл хужалығы министрлығы «Йоматау» шифаханаһында ҡымыҙ бешеүселәрҙең республика конкурсы уҙғарҙы. Был мәртәбәле саранан иң күп йылҡы тотоусыларҙан һаналған Әбйәлил ҡымыҙсылары ла ситтә ҡалманы. Жюри ҡымыҙ бешеүселәр оҫталығын ғына түгел, шифалы эсемлектең ниндәй ҡаптарға һалыныуын, уның сифатын айырым баһаланы. Конкурстың еңеүсеһе исемен лайыҡлы рәүештә райондаштарыбыҙ — «Ирәндек» ЯСЙ-һы (Р. Р. Махийәнов) яуланы. Ҡымыҙ бешеү оҫтаһы Гүзәлиә Махийәнова «Йоматау» шифаханаһында ял итеүгә сертификат менән бүләкләнде. «Тамашасы һөйөүе» номинацияһында ла икенсе урын Әбйәлил ҡымыҙсылары — «Ҡаҙмаш» ЯСЙ-һына (И. Б. Фәттәхов) эләкте.


Читайте нас