Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы үҙ фәндәре буйынса иң яҡшы тип табылған уҡытыусыларға 200 мең һум күләмендә премия түләү тураһында ҡарар сығарҙы. Документҡа ярашлы, аҡсалата ярҙам быйыл 33 педагогҡа бирелә. Улар араһында яҡташтарыбыҙ ҙа булыуы ҡыуаныслы. «Иң яҡшы уҡытыусы» исеменә Таһир Кусимов исемендәге гимназияның башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Альбина Ринат ҡыҙы Муллахмәтова лайыҡ булды.