Сауҙа хеҙмәткәре көнө айҡанлы, муниципаль район хакимиәте «Иң яҡшы сауҙа нөктәһе» конкурсы иғлан итә. Унда ҡатнашыу өсөн сауҙа итеү объектын фотоға төшөрөп, заявкаларҙы 25 июлгә тиклем Асҡар ауылы, Ленин урамы, 41 адресы буйынса, 303-сө кабинетҡа тапшырырға кәрәк. Электрон адресҡа ебәрергә лә мөмкин:
01.torg@bashkortostan.ru. Белешмәләр өсөн телефон: 2-15-34, 8-960-391-72-28. Еңеүсе диплом һәм 10 мең һумлыҡ сертификат менән бүләкләнәсәк. Тулыраҡ мәғлүмәт район хакимиәтенең рәсми сайтында бар.