Мәғлүм булыуынса, 2018 йылдың икенсе ярты йыллығына гәзиткә яҙылыусылар араһында «Бәхетле авто» уйыны ла иғлан ителгәйне. Уйынға кисә йомғаҡ яһалды.
Был юлы «Бәхетле авто»ла уңыш Асҡарҙан К. Мөхәмәткилдинға, Дәүләттән С. С. Ғибәҙәтовҡа, Атауҙынан З. Т. Вәлиеваға һәм Иҙәш Ҡусҡарынан В. Шәриповаға йылмайҙы. Еңеүселәргә бүләккә автокомпрессорҙар бирелә.
Автоһәүәҫкәр дуҫтарыбыҙҙы ҡотлайбыҙ һәм паспорт, ИНН, СНИЛС күсермәләрен тотоп, редакциянан бүләктәрен килеп алыуҙарын көтөп ҡалабыҙ.