Башҡортостан Башлығы Р. Хәмитовтың Указына ярашлы, «Әсәлек даны» миҙалына лайыҡ булған ҡатындарға бер тапҡыр түләнә торған сумма арттырылды. 2019 йылдың 1 ғинуарынан ул 16 мең 950 һум тәшкил итәсәк. Республикала «Әсәлек даны» миҙалы булдырылыуға быйыл 20 йыл тулды, был наградаға биш һәм унан күберәк бала үҫтереүсе, өлгөлө тормош алып барыусы, балаларына лайыҡлы тәрбиә биреүсе әсәләр тәҡдим ителә. Бөгөн Башҡортостанда йәшәүсе 7500 ҡатын-ҡыҙҙың «Әсәлек даны» миҙалы бар.