Новости
27 Июля 2018, 06:00

Декрет ялында — яңы һөнәр

«Российская газета» хәбәр итеүенсә, РФ хеҙмәт министры Максим Топилин бала ҡарау буйынса ялда булған ҡатындарҙы яңы һөнәрҙәргә уҡытыу курстары өсөн төбәк программалары булдырылыуы һәм уларға федераль ҡаҙнанан аҡса йүнәлтеләсәге хаҡында белдергән. Өс йыл декрет ялында ултырған осорҙа әсәләр бухгалтер, ЭВМ операторы, маникюр оҫтаһы, сәс ҡырҡыусы, ашнаҡсы, шәфҡәт туташы, сауҙа буйынса менеджер кеүек һөнәрҙәр үҙләштереү мөмкинлегенә эйә буласаҡ. «Әлегә был программалар өсөн төбәктәр үҙҙәре аҡса түгә, ә 2020 йылдан субсидиялау икенсе схема буйынса барасаҡ һәм өҫтәмә (әсәләр өсөн бушлай) курстар ойоштороу еңелләшәсәк», — ти министр.


Читайте нас