Новости
27 Июля 2018, 06:00

Күпме ағас ҡырҡҡанһың, шунса ултыртырға бурыслыһың

Рәсәй Президенты В. В. Путин ҡул ҡуйған яңы документ урман менән файҙаланыу ҡағиҙәләрен үҙгәртә. Ошоға тиклем эре ҡуртымсыларға ғына ҡуйылған талап, 2019 йылдың 1 ғинуарынан үҙ көсөнә инәсәк законға ярашлы, инфраструктура үҙгәртеү маҡсатында урмандарҙы ҡырҡҡан кешеләргә лә ҡағыласаҡ. РФ Тәбиғәттән файҙаланыу министрлығы белдереүенсә, инфраструктур проекттар сиктәрендә йылына 145 мең гектар ағас ҡырҡыла. Яңы закон һәр ҡырҡылған ағас өсөн бер йыл эсендә, шул уҡ майҙанда, яңы үҫенте ултыр-тыуҙы талап итәсәк.
Читайте нас