9 августа РФ Тәфтиш комитетының Белорет район-ара тәфтиш идаралығы начальнигы Илдар Сәлим улы Ишбулатов Белорет ҡалаһы, Ленин урамы, 47 адресы буйынса граждандарҙы шәхси һорауҙары буйынса ҡабул итә. Нигеҙҙә медицина хеҙмәте күрһәтеү шарттары, хеҙмәт хаҡы түләү өлкәһендә хоҡуҡ боҙоу осраҡтары, коррупцияға бәйле енәйәттәргә ҡағылышлы мөрәжәғәттәр ҡараласаҡ. Алдан яҙылыу өсөн телефон: 8 (34792) 3-16-65.