Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, мосолман халҡының төп дини байрамдарының береһе — Ҡорбан ғәйете быйыл 21 августа билдәләнә. Ул шишәмбегә тура килә һәм ярашлы рәүештә, ял көнө була. Шулай итеп, республика халҡы 21 августа өҫтәмә бер көн ял итәсәк.