Новости
7 Августа 2018, 07:32

Өҫтәмә хаҡҡа һалым — 20 процент

Рәсәй Президенты Владимир Путин өҫтәмә хаҡҡа һалымды (НДС) 18 проценттан 20 процентҡа тиклем арттырыу тураһында законға ҡул ҡуйҙы. Ул 2019 йылдың 1 ғинуарынан үҙ көсөнә инәсәк. Документҡа ярашлы, төп хеҙмәттәр һәм социаль әһәмиәтле тауарҙар өсөн өҫтәмә хаҡҡа һалым 10 процент кимәлендә ҡала. Аҙыҡ-түлек (деликатестарҙан тыш), балалар тауарҙары, дарыуҙар, медицина кәрәк-ярағы, шулай уҡ фән, мәғариф һәм мәҙәниәт менән бәйле әҙәбиәт өсөн һалымдың ташламалы ставкаһы һаҡлана. Эске авиаташыуҙарға һалым һалынмай. «НДС-ты 20 процентҡа арттырыу ҡаҙнаға 600 миллиард һум өҫтәмә аҡса килтерәсәк, — тип яҙа «Башинформ».


Читайте нас