Новости
10 Августа 2018, 05:43

Хеҙмәт кодексын боҙған өсөн

Район прокуратураһы уҙғарған тикшереү РФ Хеҙмәт кодексын боҙоу осрағын асыҡланы. Шәхси эшҡыуар Мәйгәште ауылы эргәһендә плиталы таш сығарыу (кварцит) эшенә өс бәлиғ булмаған үҫмерҙе йәлеп итеүе билдәле булды. 17 йәшлек малайҙар ауыр ҡорамал ярҙамында таш сығарыу һәм уларҙы онтап, ташыу менән шөғөлләнгән. Балалар хеҙмәтен ҡулланыу тураһында законды боҙған ЯСЙ директорына ҡарата административ протокол төҙөлдө һәм республиканың Хеҙмәт буйынса дәүләт инспекцияһына ебәрелде.

Б. АҪЫЛҒУЖИН, район прокуроры.
Читайте нас