Новости
10 Августа 2018, 08:01

«Пенсияға сыҡҡас та эшләйәсәкмен», — ти рәсәйлеләрҙең яртыһы

«Йәмәғәт фекере» фонды уҙғарған һорау алыуҙарға ярашлы, рәсәйлеләрҙең күбеһе (54 проц.) хаҡлы ялға сыҡҡас та, эшләргә теләй», — тип яҙа «РИА Новости». 19 процент халыҡ пенсия йәше тулғас эшләгем килмәй тигән.
49 процент Рәсәй халҡы оло йәшкә аҡса йыйып барырға ниәтләй, әммә быны 10 йыл эшләгәс кенә башлаясаҡмын, тип белдерә. Ә һораулама ла ҡатнашыусы 8 процент әле үк ҡартлыҡат тотоноу өсөн аҡса йыям, тип белдергән.
Пенсия реформаһы тураһында сираттағы парламент тыңлауҙары 21 авгусҡа тәғәйенләнгән. РФ Дәүләт Думаһын тәшкил итеүсе фирҡәләрҙең өсәүһе яңы реформаға ҡаршылыҡ белдергән.

Читайте нас