Район прокуроры Б. Аҫылғужин белдереүенсә, 111-се Федераль закон РФ Енәйәт кодексының 158-се статьяһының («Урлашыу») 3-сө өлөшөнә яңы — «Г» пунктын өҫтәне. Уға ярашлы, граждандарҙың электрон иҫәбенән йәки банк карталарынан аҡса урлау менән шөғөлләнгән кешеләргә ҡарата ҡәтғиерәк яза ҡарала. Суд ҡарары менән сит банк иҫәптәренә ҡул һонорға яратыусылар 6 йылға тиклем иркенән мәхрүм ителеүе мөмкин.