РФ Дәүләт Думаһына бензин һәм дизель яғыулығы хаҡтарына дәүләт контроле индереү тураһында закон проекты тәҡдим ителде. Депутаттар билдәләүенсә, 2019 йылдан Рәсәй Хөкүмәте бензинға хаҡты үҙе тәғәйенләргә тейеш. Был аҙым ҡулланыусыларҙы яғыу-лыҡҡа бер туҡтауһыҙ хаҡ артыуынан һаҡлаясаҡ. Әлегә заправкалау станцияларында хәлдәр үҙгәрешһеҙ ҡала, бөтә төр маркалы бензиндың литры өсөн 40 һумдан ашыу түләйбеҙ. Май айынан алып Башҡортостанда бензин хаҡы алты тапҡыр күтәрелде.