Новости
14 Августа 2018, 06:55

Депутат иғтибарына

15 августа муниципаль район Советының сираттағы, 16-сы ултырышы була. Көн тәртибендә:

1. «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» осрашыуҙарына йомғаҡ яһау.

2. Муниципаль район Советының 2017 йылдың 15 декабрендәге 166-сы һанлы «Әбйәлил районы муниципаль районының 2018 йылға һәм 2019 һәм 2020 йылдарҙың планлы осорона бюджеты тураһында»ғы ҡарарына үҙгәрештәр индереү.

3. Белем биреү учреждениеларын яңы уҡыу йылына әҙерләү барышы.

4. Районда демографик үҫеште яҡшыртыу саралары.

5. Башҡортостан Республикаһы-ның 202-з һанлы «БР-ҙа алкоголизмды, наркоманияны һәм токсикоманияны иҫкәртеү тураһында»ғы закондың үтәлеше.

6. Район биләмәһендә рәсмиләштерелмәгән эш мөнәсәбәттәрен асыҡлау һәм легалләштереү буйынса саралар.

7. Район биләмәһендә оло йәштәге граждандарҙы һәм инвалидтарҙы социаль хеҙмәтләндереү эшен ойоштороу.

8. Муниципаль район хакимиәтенең мәғлүмәтләштереү һәм электрон хеҙмәттәр күрһәтеү өлкәһендәге эше.

9. Муниципаль район хакимиәтен һәм Советын, финанс идаралығын техник хеҙмәтләндереүсе муниципаль хеҙмәткәрҙәргә эш хаҡы тураһында положениены раҫлау.

10. Муниципаль район хакимиәте структураһына үҙгәрештәр индереү.

Башлана 10 сәғәттә.
Читайте нас