Новости
14 Августа 2018, 06:54

Хәлилдәргә уңыштар теләйбеҙ!

«БР муниципаль берәмектәр советы» ассоциацияһы һәм «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы ойошторған «Башҡортостандың иң матур ауылы» конкурсына заявкалар ҡабул итеү тамамланды. Ауыл ерендә йәшәүҙе популярлаштырыу, урындағы инициативаларҙы әүҙемләштереү, ауыл халҡының традиция һәм йолаларын һаҡлап ҡалыуҙы маҡсат иткән мәртәбәле конкурста ҡатнашырға бөтәһе 46 заявка бирелде һәм улар араһында Хәлил ауылы ла бар. Жюри тапшырылған фото- һәм видеоматериалдар менән танышып сыҡҡас, 20 финалсы билдәләнә, артабан был ауылдар өсөн Башҡортостан юлдаш телевидениеһында интерактив тауыш биреү ойошторола. Бәйге шарттарына ярашлы, еңеүселәр диплом һәм аҡсалата премиялар менән бүләкләнә, ә беренсе урын алған ауылда «Башҡортостан Республикаһының иң матур ауылы» тигән стела ҡуйыласаҡ.


Читайте нас