Уҙған аҙнала республика райондарында булған көслө борсаҡ беҙҙең райондың Әлмөхәмәт ауыл биләмәһенә лә тейеп үткән. Бында «Ҡыҙылъяр» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте баҫыуҙары ҙур зыян күргән: яҡынса уның 500 гектар самаһы культуралары юҡҡа сыҡҡан. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса район комиссияһы урынға сығып, килтерелгән зыян күләмен билдәләне. Сығымдарҙы ҡаплатыуҙы юллау өсөн документтар БР Ауыл хужалығы министрлығына ебәреләсәк.