Новости
17 Августа 2018, 06:12

Өфөлә ҡымыҙсылар фестивале

19 августа баш ҡаланың Яҡутов паркында Башҡорт ҡымыҙы фестивале уҙғарыла. Программала: ҡымыҙ аллеяһы, бал күргәҙмәһе, милли аш-һыу һәм сувенирҙар нөктәләре, «Башҡортостанда ҡымыҙ етештереү һәм ҡымыҙ менән дауалау тарихы» уникаль фотокүргәҙмәһе һәм башҡа ҡыҙыҡлы саралар. Ситтә ҡалмағыҙ, Әбйәлил ҡымыҙсылары! Белешмәләр өсөн телефон: 8-917-777-46-66.


Читайте нас