Уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһендә төбәк етәксеһе Р. З. Хәмитов республика Башлығы стипендияһы күләмен арттырыу кәрәклеге хаҡында белдерҙе. Колледжда уҡыусылар өсөн БР Башлығы стипендияһы — 2300 һумға, юғары уҡыу йорттары студенттары өсөн — 5750 һумға, аспиранттар өсөн 7000 һумға тиклем күтәреләсәк. «Буласаҡ һөнәргә яуаплы ҡарау, яҡшы өлгәшеү хупланырға тейеш, — тине Рөстәм Зәки улы. — Яҡшы уҡыусы студенттарға, һәләтле йәштәргә лайыҡлы стипендия түләнеүе уларға артабан да тырышыуға ынтылыш бирәсәк».