Новости
28 Августа 2018, 06:15

Бөтә Рәсәй сәсәндәр бәйгеһе

25 – 26 октябрҙә Өфөлә Бөтә Рәсәй сәсәндәр фестивале уҙасаҡ. Конкурстың һайлап алыу туры Башҡортостанда 1 сентябрҙә, интернет селтәрендә башлана. Фестивалдә ҡатнашырға теләүсе һүҙ оҫталары ике видеоролик төшөрөп ебәрергә тейеш. Милли костюмда сығыш яһау мотлаҡ, диалектик һөйләш телмәрен ҡулланыу рөхсәт ителә. Һайлап алыу турын үткән сәсәндәр Бөтә Рәсәй фестивалендә сығыш яһау хоҡуғын ала. Тулыраҡ мәғлүмәтте «Бәйләнештә» сайтында, https://vk.com/public170443720 һылтанмаһы буйынса табырға була.
Читайте нас