61-се янғын һүндереү часы белдереүенсә, август айындағы янғындарҙың күбеһенә балаларҙың ут менән шаярыуы сәбәпсе булған. Бәләкәстәр уттың ни тиклем хәүефле икәнлеген аңламай, шаярып ҡына тоҡандырам тип, ҙур бәлә яһауы ихтимал. Шуға күрә балаларҙы тоҡанған мейес, электр приборҙары янында яңғыҙ ҡалдырмағыҙ, ут-ялҡындың эҙемтәләре хаҡында йышыраҡ иҫкәртеп, аңлатып тороғоҙ.