Новости
7 Сентября 2018, 06:25

Ҡабул итеүҙәр булыр

12 сентябрҙә РФ Тәфтиш комитетының Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының Белорет район-ара тәфтиш бүлеге бинаһында (Белорет ҡалаһы, Ленин урамы, 47) бүлек етәксеһе, юстиция подполковнигы Илдар Сәлим улы Ишбулатов медицина ярҙамын тейешле кимәлдә күрһәтмәү йәки бөтөнләй күрһәтмәү, хеҙмәт хаҡын түләүҙә граждандарҙың хоҡуҡтарын боҙоу, коррупцион енәйәттәр, шул иҫәптән вазифауи вәкәләттәрҙән файҙаланыуға бәйле һорауҙар буйынса граждандарҙы ҡабул итә.

* * *

12 сентябрь 10 сәғәттә район хакимиәтендә БР Юстиция эштәре, Сауҙа һәм ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеттары, «БР Дәүләт юридик бюроһы» дәүләт ҡаҙна учреждениеһы бегестәре һәм райондың КУС, Пенсия фонды, «Ярҙам», «Ғаилә» үҙәктәре, собес, Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының төбәк бүлеге вәкилдәре Әбйәлил халҡын шәхси һорауҙары буйынса ҡабул итә. Алдан яҙылыу өсөн телефон: 2-15-10.


Читайте нас