10–28 сентябрҙә республика биләмәһендә үҙйөрөшлө машиналар һәм уларға тағылмалар менән файҙаланыуҙа хоҡуҡ бо-ҙоуҙарҙы профилактикалау буйынса «Тағылма» операцияһы үтә. Рейд барышында техниканың дәүләт теркәүе, техник күҙәтеү үтеүе, ОСАГО полисы һәм уға идара итеүсенең тракторсы-машинист таныҡлығы булыуы тикшерелә. Документтары теүәл булмаған техника эйәләренә административ штрафтар һәм транспорт сараһына идара итеү хоҡуғынан мәхрүм итеү язаһы янай.