+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Сентябрь 2018, 10:53

Кемдәр бушлай юридик ярҙамға хоҡуҡлы?

«Башҡортостан Республикаһында бушлай юридик ярҙам күрһәтеү тураһында»ғы законға ярашлы, БР адвокаттар коллегияһының Әбйәлил филиалы адвокаттары Л. В. Фәйезйәнова һәм Д. З. Ғиззәтова бушлай юридик ярҙам алыуға хоҡуҡлы граждандарға — әҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә; I һәм II төркөм инвалидтарына, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына, РФ Геройҙарына; инвалид һәм етем балаларға, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалғандарға һәм уларҙың законлы вәкилдәренә; «Оло йәштәге граждандарҙы һәм инвалидтарҙы социаль хеҙмәтләндереү тураһында»ғы Федераль законға ярашлы бушлай юридик ярҙам алыуға хоҡуҡлы кешеләргә; берәҙәклекте һәм хоҡуҡ боҙоуҙарҙы профилактиклау учреждениеларында йәиһә иректән мәхрүм ителеү урындарында булған бәлиғ булмағандарға һәм уларҙың законлы вәкилдәренә; «Психиатрик ярҙам һәм уны күрһәткәндә граждандарҙың хоҡуҡи гарантиялары тураһында»ғы законға ярашлы айырым кешеләргә телдән һәм яҙма рәүештә хоҡуҡи консультация биреү, ғариза, ялыу, юллама яҙыу, судтарҙа, дәүләт һәм муниципаль органдарҙа граждандарҙың мәнфәғәттәрен яҡлау буйынса ярҙам күрһәтә.

Адвокаттар Асҡар, Ленин урамы, 31 адресы буйынса (Һалым инспекцияһы би-наһы, 2-се ҡат, 10-сы кабинет) һәр шишәмбе 10-дан 17 сәғәткә тиклем ҡабул итә (төшкө ял ваҡыты: 12.30 –14.00 сәғ.)


Читайте нас: