Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү проекттары буйынса эштәрҙе башҡарасаҡ подрядсылар аукционда билдәләнде. Улар менән контракт төҙөлдө һәм ойошмалар эшкә тотондо. Конкурста бөтәһе 12 объект еңгәйне. Ете ауылда — Байым, Сиҙәм, Ҡушый, Тәпән, Күсем руднигы, Хәлил һәм Йәнгелдә урамдарҙы яҡтыртыу, Исхаҡ, Таҡһыр, Покровка һәм Тупаҡта зыяраттарҙың ҡоймаһын кәртәләү, Үтәгән башланғыс мәктәбенең тәҙрә-ишектәрен яңыртыу ҡаралған. Капиталь ремонт эштәре 1 октябргә тамамланырға тейеш.