-10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Сентябрь 2018, 10:39

Федераль ташламалар менән файҙаланыусылар иғтибарына!

1 октябрь федераль ташламалар менән файҙаланыусыларҙан социаль хеҙмәттәр тупланмаһын алыу төрөн үҙгәртеүгә ғаризалар биреүҙең һуңғы көнө. Ташламаға хоҡуҡлы граждандар социаль пакетты кәрәкле дарыу препараттары, санатор-курорт дауаланыуға путевкалар алыуға, дауаланыу урынына һәм унан кире ҡайтыуға ҡала-ара тимер юл транспортында, шулай уҡ халыҡ-ара транспортта йөрөгән өсөн юл сығымдарын ҡаплауға йүнәлтә йәиһә айына 1075,19 һум күләмендә аҡсалата ала. 2019 йылдан ташлама төрөн үҙгәртергә теләүселәргә Пенсия фондына килеп ғариза бирергә кәрәк. Пенсия фондының сайтына инеп, электрон рәүештә лә ғариза бирергә мөмкин.

Республикала 321 мең граждан федераль ташламаға эйә. Уларҙың 287 меңе аҡсалата компенсация алыуға өҫтөнлөк биргән.
Читайте нас: