+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Сентябрь 2018, 10:38

Республикаға килеүсе туристар һаны артҡан

Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитетынан белдереүҙәренсә, йәйге миҙгелдә, йәғни майҙан августҡа тиклем республикала 720 меңдән ашыу турист булған. Был уҙған йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда 40 процентҡа күберәк. Ә йыл башынан республикаға 872 мең турист, йәғни былтырғы кимәлгә ҡарата 26 процентҡа күберәк турист килгән.

Шүлгәнташ, Көньяҡ Урал, Башҡортостан ҡурсаулыҡтарында, «Башҡортостан» милли паркында һәм Ҡандракүл, Мораҙым тарлауығы, Асылыкүл, Ирәмәл тәбиғәт парктарында 120 меңдән ашыу кеше булып ҡайтҡан.


Читайте нас: