Страховкаланған кешенең теләге һәм уның яҙма ризалығы буйынса эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙын электрон формала тултыртыу мөмкин. Электрон бюллетень индереүҙең төп маҡсаты страховка түләмдәрен туранан-тура күсереү ысулына күсеүгә ҡайтып ҡала. Бынан тыш, пациентҡа элеккесә бланк алыу, табиптың ҡултамғаһын һәм дауахана мисәтен ҡуйҙырыу өсөн бер нисә урында сиратҡа баҫырға кәрәкмәй, ялған бюллетендәр сикләнәсәк. Ойошмалар хеҙмәткәрҙәре интернет селтәрендә
https://lk.fss.ru/recipient/ адресы буйынса шәхси кабинетҡа инеп, эшкә яраҡһыҙлығын раҫлаусы электрон документ тураһында мәғлүмәт һәм сирләгән осорға, шулай уҡ декрет һәм бала табыу буйынса күпме пособие тәғәйенләнеүе тураһында белешә ала.