25 сентябрь 11-ҙән 12 сәғәткә тиклем муниципаль район хакимиәте Халыҡ-ара ололар көнөнә ҡарата «тура бәйләнеш» ойоштора. Һорауҙарға Пенсия фонды идаралығы, Асҡар үҙәк район дауаханаһы, социаль страховкалау фонды, халыҡты социаль яҡлау бүлеге, «Ярҙам» социаль хеҙмәтләндереү үҙәге, район ветерандар һәм ҡатын-ҡыҙҙар советтары, инвалидтар йәмғиәте вәкилдәре яуап бирә.