+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Сентябрь 2018, 10:49

Уҡытыу телен ата-әсәләр һайлай

«Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында»ғы Федераль закондың 11-се һәм 14-се статьяларына үҙгәрештәр өҫтәлде. Уға ярашлы, федераль дәүләт белем биреү стандарттары Рәсәй халыҡтары телдәре иҫәбендә булған туған телдәрҙе уҡытыуҙы, шул иҫәптән туған тел булараҡ рус телен, РФ республикаларының дәүләт телдәрен өйрәнеүҙе тәьмин итеүе һәм уҡытыу телен һайлау ата-әсәләрҙең йәки законлы вәкилдәрҙең ғаризаһы буйынса тормошҡа ашырылыуы тураһында өҫтәмәләр индерелде. Әгәр дөйөм белем биреү учреждениелары ғәмәлдәге закон нормаларын боҙһа, был осраҡтар тураһында ата-әсәләр прокуратураға мөрәжәғәт итергә хоҡуҡлы.
Читайте нас: