Өфөлә үткән Бал фестивалендә республиканың 27 районынан йөҙҙән ашыу умартасы ҡатнашты, биш тонна самаһы бал һатылды. Фестиваль сиктәрендә бал етештереүселәр араһында төрлө конкурстар уҙҙы. Тирмә биҙәү һәм йыһазландырыу буйынса Әбйәлил районы икенсе урында билдәләнде. Асҡарҙан Фирүзә Йәрмөхәмәтова «Умартасының иң яҡшы сауҙа нөктәһе», ә ҡыҙы Азиза «Фестивалдең иң йәш ҡатнашыусыһы» номинацияһына лайыҡ булды. «Ғаилә династияһы» номинацияһында Ибраһимовтар ғаиләһе бүләкләнде.