+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Сентябрь 2018, 11:52

«Бер тәҙрә» эште еңеләйтә

1 октябрҙән граждандарға социаль ярҙам саралары «бер тәҙрә» принцибы буйынса күрһәтелә башлаясаҡ. Республикала уҙған йылда халыҡты социаль яҡлау өлкәһендә дәүләт хеҙмәттәре күрһәтеүҙең сифатын яҡшыртыу маҡсатында документтар һәм ғаризалар ҡабул итеү буйынса собес башҡарған функцияларҙы МФЦ-ға тапшырыу буйынса пилот проекты һыналды. Һәм уның йомғаҡтары буйынса БР Хөкүмәте тарафынан был эште тулыһынса МФЦ-ларға тапшырыу ҡарар ителде. Социаль туризм, өсөнсө быуын халыҡ университеты һәм башҡа социаль программаларҙы бойомға ашырыуҙа граждандар менән турана-тура эш итеүҙе талап иткән бурыстарҙы башҡарыу буйынса вәкәләттәр 2018–2019 йылдар дауамында БР Ғаилә һәм хеҙмәт министрлығына ҡараған учреждениеларға тапшырыласаҡ.


Читайте нас: