1 октябрҙә Башҡортостан юлдаш телевидениеһының «Сәләм» тапшырыуында «Башҡортостандың иң матур ауылы» республика конкурсында ҡатнашыусы Хәлил ауылы тураһында сюжет күрһәтелә. Хәлил ауылы республиканың 20 ауылы менән бергә финалға сыҡты, улар өсөн тауыш биреү телеканалда 9 октябрҙә старт ала.