+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Сентябрь 2018, 11:11

Әҙибәнең ижадын балалар ярата

Хөрмәтле яҡташыбыҙ, талантлы яҙыусы Айһылыу Йәғәфәрованың ижадына бағышланған кисә Ишҡол ауыл китапханаһында уҙҙы. Бында килгән башланғыс кластар уҡыусылары әҙибәнең әҫәрҙәрен ҡысҡырып уҡыны, йомаҡ систе, үҙҙәре белгән әкиәттәрҙе ятҡа һөйләп ишеттерҙе. Иң шәп әкиәт уҡыусы тип 2-се класс уҡыусыһы З. Рамаҙанова табылды. Ә 5-6-сы класс уҡыусылары А. Йәғәфәрованың ижадына арналған китап күргәҙмәһе менән танышты. Айырыуса башҡортса әкиәттәрҙе ҡысҡырып уҡыуҙы оҡшатты улар. Китап, белем тураһында башватҡыстар ҙа балалар күңеленә хуш килде.
Читайте нас: