Федераль урман хужалығы агентлығы тарафынан ошондай исем аҫтында ойошторолған акция Рәсәйҙә етенсе йыл рәттән уҙғарыла. Сара барышында ағас ултыртыла, сәтләүек, орлоҡ йыйыла, урман тематикаһына бәйле күргәҙмәләр ойошторола, биләмәләр сүп-сарҙан таҙартыла. Башҡортостанда акция октябрь аҙағына тиклем дауам итә.