1 октябрҙә Рәсәй Армияһы сафтарына көҙгө саҡырылыш башланды. РФ Президенты Владимир Путиндың указына ярашлы, быйыл әрмегә бөтәһе 132,5 мең граждан алынасаҡ. Яҙғыһын Ҡораллы Көстәр сафтарын 128 мең кеше тулыландырғайны. Башҡортостандан әрмегә алыныу-сы һалдаттар башлыса Көнсығыш һәм Үҙәк Хәрби округтағы частәргә ебәрелде.