Башҡортостанда Республика көнө быйыл 28-се тапҡыр билдәләнә. Ошо уңайҙан район-ҡалаларҙа мәртәбәле саралар планлаштырыла. Был Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуҙың 100 йыллығын билдәләү алдынан бигерәк тә көнүҙәк. 5 октябрҙә 14 сәғәттә Асҡарҙа, Йәштәр йортонда Республика көнөнә арналған тантаналы йыйылыш, үҙ һөнәре буйынса фиҙаҡәр эшләгән хеҙмәткәрҙәрҙе тәбрикләү, концерт буласаҡ. 6 октябрҙә ҙур ауыл хужалығы йәрминкәһе үтә.