Өфөлә Конгресс-холда «Мин яратам һине, тормош!» етенсе республика фестивале үтте. Был сара оло йәштәгеләр араһында иң яҡшы бейеүсе-йырсыларҙы, оҫта сығыш яһаған коллективтарҙы билдәләне.
Шуныһы ҡыуаныслы: Әбйәлил районы ветерандары быйыл да һынатманы, «Иң яҡшы концерт программаһы» номинацияһында Гран-при яуланы. Буранғол ауылының «Йәнгүзәл» фольклор ансамбле һәм «Илһам» ир-егеттәр вокаль ансамбле (Байым) беренсе, Гусев ауылының ҡатнаш вокаль ансамбле һәм «Ынйылар» (Хәлил) ҡатын-ҡыҙҙар ансамбле икенсе, «Күбәләк биҙәктәре» фольклор ансамбле (Байым) өсөнсө урында билдәләнде. Байым мәҙәниәт йорто директоры Марс Сәйетғәлин иң яҡшы алып барыусы булараҡ диплом менән бүләкләнде.