+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Октябрь 2018, 10:48

Хәлил — иң матур ауыл исеменә лайыҡлы!

Хәлил ауылы республиканың иң матур ауылы исеменә дәғүә итә.

Конкурсты ойоштороусылар булып «БР муниципаль берәмектәр советы» ассоциацияһы, «БР йәш депутаттар ассоциацияһы» һәм «Башҡортостан» ТРК-һы сығыш яһай. Уның икенсе этабына Башҡортостандың төрлө райондарынан 20 ауыл үтте. Бөгөн еңеүсене асыҡлау буйынса интерактив тауыш биреү башлана. Тауыштарҙы БСТ каналы сайтында йәки «Бәйләнештә» селтәрендәге «Башҡортостан Республикаһының иң матур ауылы – 2018» төркөмөндә https://vk.com/selorb2018 бирергә мөмкин. Хәлил ауылы өсөн тауыштарыбыҙҙы йәлләмәйек, әүҙемерәк булайыҡ, яҡташтар!

Г. ФӘТХУЛЛИНА.
Читайте нас: